6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа
город Сибай Республики Башкортостан
Модельная библиотека – филиал № 7
logo

«Яңы китаптар менән танышабыҙ» китаптарға күҙәтеү.

25.04.2024

Хөрмәтле китап уҡыусыларыбыҙ!
Һеҙҙең иғтибарығыҙға  өр- яңы китаптарҙы тәҡдим итәбеҙ!

Ҡаһарманова, М.С.

Зәңгәр төймә : повестар, хикәйәләр / Миләүшә Ҡаһарманованың. – Өфө : Китап, 2023 – 304 бит.

Миләүшә Ҡаһарманова бөгөнгө башҡорт прозаһының популяр авторҙарының береһе. Уның әҫәрҙәре ҡағыҙ вариантта ла, электрон юлдар менән дә уҡыусылары араһында танылыу тапҡан. “Зәңгәр төймә” тип аталған өр-яңы йыйынтығында ла сағыу ижад өлгөләре тупланған.
Китапҡа өс повесть һәм тиҫтәнән ашыу хикәйәләр индерелде. Уларҙың һәр береһендә үҙенсәлекле геройҙарҙың яҙмышы ҡыҙыҡлы сюжеттар менән үрелеп бирелә. Халҡыбыҙҙың тарихи үткәне лә (“Ут хәтере”), бөгөнгө көнө лә (“Вахта”), мөхәббәт эпопеяһы ла (“Мәскәү тигән баш ҡала”), фольклор мотивтары ла (“Зәңгәр төймә”) яйлы ғына урын тапҡан бында.
Һәр береһе уҡыусы күңелендә дауыллы хис-тойғолар уятып, илатып-көлдөрөп, унан йәндә өмөт, яҡты киләсәккә ышаныс ҡалдыра ла кеүек. Быға авторҙың бай, һутлы, бер аҙ мәрәкәсел теле лә булышлыҡ итә. Иң мөһиме – кешеләрҙең рухи булмышы бар.

 

Камалов, Р.Ә.

Һайланма әҫәрҙәр. 1 том : сентименталь роман, повестар / Ринат Камал – Өфө  : Китап, 2023.- 496 бит.

Күренекле прозаик һәм публицист, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалдыңбыл китабына “Таня- Таңһылыу” сентименталь романы һәм повестары тупланды.

 

 

 

 

                                                                                   Шәрипов, С. Н.

Һайланма әҫәрҙәр. 1 том : роман, повесть / Сабир Шәрипов. – Өфө : Китап, 2023. – 512 бит.

Яҙыусының 1- се томына ингән “Хушлашмайым” (1992) романында атаҡлы БАМ-ды төҙөгән һалдаттар менән офицерҙарҙың 70- се йылдарҙағы тормошо һүрәтләнә, “Ҡолонташ” (2023) повесенда иһә хәҙерге заман урмансылар көнкүреше менән һәм осорға бәйле актуаль проблемалар ҡуйыла.