6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа
город Сибай Республики Башкортостан
Модельная библиотека – филиал № 7
logo

«Аманат» — Миләүшә Ҡаһарманованың йөрәккә үтеп ингән әҫәрҙәре

27.04.2026

Ҡаһарманова(Хабилова), Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы

Аманат : повесть, хикәйәләр / Миләүшә Ҡаһарманова (Хабилова)

Өфө: Инеш, 2024.-192 б. : портр.- (Заман ауазы). – 16+

М.Ҡаһарманова — бөгөнгө башҡорт прозаһының иң популяр авторҙарының береһе. Уның әҫәрҙәре ябайлығы, ихласлығы һәм тормошсанлығы менән уҡыусыларҙың күңелен яулай . «Аманат» тигән яңы йыйынтығы ла — шул уңыштың тағы бер сағыу өлгөһө.

Китапҡа повесть һәм хикәйәләр ингән. Уларҙың һәр береһендә — үҙ яҙмышы, үҙ ауырлығы, үҙ һабағы. Ҡаһарманова геройҙары — ябай кешеләр. Улар заводта эшләй, ғаилә ҡора, балалар үҫтерә, ҡайғы-хәсрәт күрә, шатлыҡтар кисерә. Әммә автор уларҙың эске донъяһын шул тиклем оҫта аса, уҡыусы геройҙар менән бергә йәшәй башлай.

Йыйынтыҡтың исеме «Аманат» — васыят, йәки ҡалдырылған ҡиммәтле әйбер тигәнде аңлата. Дөрөҫ тә, Ҡаһарманованың әҫәрҙәре — уҡыусыға ҡалдырылған рухи аманат. Улар көндәлек тормоштоң артында ниндәй ҙур мәғәнәләр ятҡанын күрһәтә, кешеләргә мәрхәмәтлерәк, аңлыраҡ булырға өйрәтә.

Авторҙың теле — бай, һутлы, еңел. Ул уҡыусыны алыҫҡа ташламай, ә яйлап ҡына хикәйә донъяһына ылыҡтыра . Уҡыған һайын ысын тормоштоң сағылышын күрәһең: бына урамдағы ҡарт, бына ашханалағы эшсе, бына ғаилә бәхете эҙләгән ҡатын — барыһы ла таныш, яҡын кешеләр кеүек.

«Аманат» — тирә-яғыңа башҡаса ҡарарға, яныңдағы кешенең ҡәҙерен белергә өйрәткән китап. Уны уҡығандан һуң, тормоштағы иң ҡиммәтле нәмә — ябай кеше йылыһы, ә иң ҙур байлыҡ — тоғролоҡ, аманатты хәтерләү һәм үтәү тигән аҡыл килә.

Миләүшә Ҡаһарманованың «Аманат» китабын Арҡайым ҡасабаһының Моделле китапхананың 7- се филиалынан алып уҡый ала алаһығыҙ.