6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа
город Сибай Республики Башкортостан
Модельная библиотека – филиал № 7
logo

«Эх, быймаһы ла,быймаһы !»

20.02.2024

15 ғинуар Алтын ҡасабаһында үткән “Эх, быймаһы ла, быймаһы!” байрамында Арҡайым ҡасабаһының “Илһам” клубы ағинәйҙәре ҡатнашты. Сығыштар бик сағыу һәм ҡыҙыҡлы барҙы. Унан һуң команданан иң матур быймалылар үҙҙәренең быймаларын яҡланылар. Байрам тапҡыр таҡмаҡтар, шаян йыр – бейеүҙәр, боһрап торған самауыр сәйенән һыйланыуҙар, быймалы уйындар бик күңелле, ойошторолошо менән һоҡланғыс булды. Байрамдың маҡсаты – халыҡты берләштереү, ялдарҙы саф-һауала һаулыҡ өсөн файҙалы итеп ойоштороу. Сигелгән, биҙәлгән быйма кейгән байрам ҡунаҡтары уйындарҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты, бының өсөн приздар алды.

Эй бейейбеҙ, бейейбеҙ,

Матур беҙҙең көйөбөҙ.

Быймаларҙы кейеп алып,

Рәхәтләнеп бейейбеҙ, –

тип быймаға дан йырланған байрам барыһына ла бик оҡшаны.