“Хәтер аша күңелемде йылыта түшелдерек”
Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы – тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.
Арҡайым ҡасабаһының 7-се һанлы моделле китапхана филиалында “Илһам” клубы ағзалары менән, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һоҡланғыс биҙәүесе – селтәр эшләү буйынса бик матур һәм фәһемле оҫталыҡ дәресе үтте. Традицион кейемдәрҙе дөрөҫ тегеү, башҡорт биҙәүесе тигән талапҡа яуап бирерлек һаҡал, селтәр, яға һәм башҡа биҙәүестәр эшләү тураһында һүҙ алып барылды. Бер- береһенә кәңәштәр бирҙеләр, оҫталыҡтары менән уртаҡлаштылар.
Рухи байлығыбыҙҙың бер өлөшө булған кейемдәребеҙгә ҡарата иғтибарҙы нығытайыҡ, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен ҡәҙерләп һаҡлайыҡ, йәштәргә өйрәтеүселәр булғанда киләсәк быуынға ла тапшырыла! Кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар, тигән халыҡ мәҡәле бар. Матурлыҡҡа ынтылып йәшәйек, зауыҡ менән кейенәйек!