“Китап бүләк итеү ҙә бит — бәхет, китап ҡәҙерен белгән кешегә”.
19.06.2024
19 июнь Арҡайым ҡасабаһының моделле китапханаһының 7-се филиалының махсус ҡунағы, “Теге өсәү “ҙең береһе, Айбулат Сәсәнбаев булды.
Айбулат Фларид улы Сәсанбаев – шағир, яҙыусы, журналист, йәш драматург. Ошо көндәрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында, уның пьесаһы буйынса ҡуйылған “Беҙҙең байлыҡ” спектакленең премьераһы булып уҙҙы.
“Китап бүләк итеү ҙә бит — бәхет
Китап ҡәҙерен белгән кешегә”, – тип Айбулат Арҡайым ҡасабаһы китапханаһына үҙенең китаптарын бүләк итте. Был беҙҙең өсөн бик ҙур һәм ҡәҙерле бүләк.
Айбулат Сәсәнбаевҡа артабан да яңы уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр юлдаш булһын!