6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа
город Сибай Республики Башкортостан
Модельная библиотека – филиал № 7
logo

Һөйөнсө!Яңы китаптар килде!

09.07.2024

 Мусина, З. Х.

                                                         Минең ямғыр : хикәйәләр, юморескалар / Заһиҙә Мусина – Өфө : Китап, 2023. – 152 бит.

 

Заһиҙә Мусинаның, «Минең ямғыр» китабындағы хикәйәләрендә ауыр тормош һынауҙарына дусар булған кешеләр һүрәтләнә. hәp бер герой үҙенсә бәхетле булырға ынтыла, бары тик ауырлыҡтарҙы еңергә генә кәрәк. Булдыра алырҙармы?..

Юмористик әҫәрҙәрендә автор көлкө, сатира аша бөгөнгө көн проблемаларын, йәмғиәттең етешһеҙлектәрен тасуирлай.

 

Мостафина, Г. Д.               

                                                     Ҡаяға һыйынған ҡайын : повестар, хикәйәләр / Гөлнара Мостафина Өфө : Китап, 2023. – 240 бит.

Гөлнара Мостафина әҫәрҙәрендә тормошто, кешеләр яҙмышын, уларҙың проблемаларын, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе, психологияны аңлап, оҫта һүрәтләй. Бер-береһенә булған хис-тойғоларҙы тәрәндән асып бирә.

Автор шулай уҡ был китабына кешеләрҙең яҙмышын һүрәтләгән яҙмаларын индергән.

 

 

 

Аҡмулла                                           Хикмәтле һүҙ : шиғырҙар / [ төҙ. Ф.Ф. Янышев].

-Өфө: Китап, 2023.- 168 бит.

Мифтахетдин Аҡмулланың был шиғри йыйынтығына бөйөк шағирыбыҙҙың билдәле шиғырҙары һәм ҡайһы бер баҫмаларҙан алып тәржемә ителгән яңы әҫәрҙәре тәҡдим ителә.

 

 

 

 

Толомғужин, З.Ғ.                       Йәнем рәхәте : трилогия / Зөфәр Толомғужин. -Өфө: Китап, 2023.–                                                               368 бит.

Автор “Йәнем рәхәте” трилогияһында йәшәйештәге көнүҙәк проблемаларҙы  яҡтырта: урман байлығын һаҡсыл тотоноу, кешелек донъяһын фажиғәғә килтереүсе эскелекте фашлау. Бындай бәләнән ҡотолоу юлын дин тәғлимәттәрен өйрәнеү һәм ҡулланыуҙа күрә.

 

 

 

 

 

Ишемғужина, А. Р.

Сейәле мәлем /Айгөл Ишемғужина .  Хыялый заман /Олеся Әхмәтрәхимова .  Әсәй ҡабыҙған йондоҙ /Зарина Бағышаева

Өфө: Китап, 2023.- 262 бит.

Был йыйынтыҡҡа шағирә Айгөл Ишемғужинаның башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас күңел кисерештәренән туҡылған илһөйәр һәм телһөйәр, рухлы һәм хисле, сая һәм һағышлы шиғырҙары индерелде.

Олеся Әхмәтрәхимованың заман, тыуған ил, йәшәйеш тураһындағы уйланыуҙарын сағылдырған шиғырҙарында һәм уҡыусы үҙ зауығына тап килгән юлдарҙы табыр. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ булмышы, йәшлек һәм мөхәббәт, дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ төшөнсәләре лә сағыу яҡтыртыла әҫәрҙәрҙә.

Был шиғри йыйыйнтыҡ хис моңдан үрелеп, ысын мәғәнәһендә йәшлек һәм матурлыҡ, тыуған яғына, ата-әсәһенә, яҡындарына мөхәббәт йыры булып яңғырай. “Әсәй ҡабыҙған йондоҙ “ – Зарина Бағышаеваның өсөнсө шиғри китабы.

Ғәйетбай Наил

Бабич: роман/ Наил Ғәйетбай.- Өфө:Китап, 2023.- 464 бит.

“Бабич” – башҡорт халҡының бөйөк улы Шәйехзада Бабич хаҡындағы тәүге күләмле әҫәр. Бабич образы быға тиклем күп әҫәрҙәрҙә шағир булараҡ ҡына һүрәтләнә. Ә Бабич шағир ғына булмаған бит! Ул дәүләт эшмәкәре, музыкант, мөхәррир, оҫта артист булыу өҫтөнә, бейеүҙәр һалған, концерттар ойошторған күп яҡлы
талант эйәһе. Был романда автор Бабичтың төрлө һәләттәрен асып, уны бай рухлы, көслө шәхес, көрәшсе, оҫта сәйәсмән итеп күрһәтә. Шулай уҡ әҫәрҙең башынан аҙағынаса Бабичтың ҡаҙаҡ һылыуына булған
тулҡынландырғыс, тәрән һәм фажиғәле мөхәббәт тарихы ла һүрәтләнә.
Тарихи-мажаралы «Бабич» романы Башҡортостан Республикаһын ойоштороу осорондағы ысын булған
ваҡиғаларға таянып яҙылған.

Әхмәтйәнова, М.С.
                                                    Бабайһыҙ әбейҙәр: хикәйәләр / Мәүлиҙә Әхмәтйәнова.- Өфө: Китап, 2023.- 184 бит.

 

Авторҙың был китабына төрлө йылдарҙа яҙылған хикәйәләре тупланған.

 

 

 

 

 

 

 

 Шәкүр, Рәшит.

 

Ынйы бөртөктәре: ҡыҫҡа шиғырҙар / Рәшит Шәкүр. – Өфө, 2023.- 000 бит.
Йыйынтыҡҡа  шағирҙың афористик ижад өлгөләре – берюллыҡтары, ике юллыҡ, өс юллыҡ, дүрт юллыҡ, алты юллыҡ, һигеҙ юллыҡ шиғырҙары тупланған. Әҫәрҙәр заман, тормош, кешеләр һәм яҙмыштар тураһында уйланыуҙарға ҡоролған. Был китап асылда – 2007 йылда Өфөләге “Скиф” нәшриәтендә үҙнәщер ысулы менән доньяға сығарылған “Ынйы бөркөттәре” йыйынтығының тулылыландырылған 2-се баҫмаһы.

 

 

Зайнаб Биишева.

Жизнь и творчество/[сост. З.А.Алибаев, Г.А. Хисамов]. – Уфа : Китап, 2023.- 320 с.

 

В книге собраны материалы о жизни и творчестве первого народного писателя Башкортостана, лауреата Государственной премии Республики Башкортостан имени Салавата Юлаева Зайнаб Абдулловны Биишевой.

Предназначена для широкого круга читателей.

 

 

 

Ойунский Платон.

 Нюргун батыр: Саха (Якут) халҡының героик эпосы олонхо /  Рәсәй Фәндәр    академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге. – Өфө : Китап, 2023.- 400 бит.

 

Китапҡа боронғо Саха (Яҡут) халҡының донъяны күҙаллауы, аҡыллы сағылыш тапҡан «Нюргун батыр» исемле героик эпосы олонхоның башҡорт теленә тәржемәлеге тексы инде.

 

 

Беҙ бергә! — Мы вместе!

 

Яңы ғына уйлап сығарылған тарих менән танышыу, уны 2023 йылдың йәйендә һүҙмә-һүҙ, һүрәткә-һүрәт был комикс авторҙарының береһе кисергән.Был хикәйә берләшеү көсө тураһында. Комикстың бер ваҡиғаһы ла уйлап сығарылмаған — беҙҙең сәйәхәтсе һәм уның юлдаштары менән ысынбарлыҡта булған. Эйе, эйе, ГАИшниктар ҙа штраф һалмаған, ә прицепҡа яугирҙарыбыҙ өсөн күстәнәстәр һалып ебәргән. Барыһы ла шулай, артыҡ һүҙҙәрһеҙ һәм матур телмәрһеҙ — беҙ бергә.

 

 

 

 

 

Халыҡ шағиры Атнабай : шиғырҙар, мәҡәлдәр, иҫтәлектәр / [төҙ. Р. Ҡ. Әмиров]. – Өфө : Х22 Китап, 2023. – 264 б.

 

Был йыйынтыҡҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙары, мәҡәләләре, яҡындарының һәм ҡәләмдәштәренең уға бағышланған иҫтәлектәре тупланған.

 

 

 

 

Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем!.. : Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауиль Бикбаев хаҡында / [төҙ. М. С. Ҡунафин]. – Өфө : Китап, 2023. – 208 бит.

 

Был китапҡа Башҡортостандың халыҡ шағирф Рауил Бикбаев тураһында ил ағаларының мәҡәләләре, замнадаштарының иҫтәлектәре, әсәһенең яҙмышнамәһе, тормош иптәше һәм бер туған һеңлеһенең һөйөү-һағыш һүҙе урын алды.

 

 

 Ҡорбан Рәфис

Мин байрамдар яратам : шиғырҙар / Рәфис Ҡорбан; [тәрж. Ф. Х. Ғөбәйҙуллина; рәс. Я. И.Ғайсина]- Өфө: Китап, 2023. – 104 бит.

 

Танылған балалар шағиры, драматург, тәржемәсе Рәфис Ҡорбандың «Мин байрамдар яратам» исемле китабында кескәй уҡыусылар өсөн байрамдарҙы, йыл миҙгелдәрен, тәбиғәт күренештәрен ҡыҙыҡлы һәм уҡымлы итеп тасуирланган шиғырҙары тупланған.

 

 

 Шәрипова З. Я.

Һайланма хеҙмәттәр. Башҡорт һүҙ сәнғәте (методолгия мәсьәләләре юҫығында) / З.Я. Шәрипова. – Өфө : Китап, 3023. – 376 бит.

Һүҙ сәнғәте кешеләргә художестволы образдар аша тәьҫир итә, хис-кисерештәргә юлыҡтыра, һөйөндөрә йә көйөндөрә. Һәр кемгә таныш ғәҙәти һүҙҙәрҙән нисегерәк итеп юғары әҙәби-художестволы текст ижад ителә? Нәфис әҙәби әҫәр ижадсылары нимәләр хаҡында белергә тейеш?

Филология фәндәре докторы З. Я. Шәрипованың был хеҙмәтендә башҡорттарҙың һүҙ сәнғәтенең состав өлөштәрен тәшкил иткән халыҡ ижады һәм яҙма әҙәби ижадтың функциональ оҡшашлыҡтары һәм айырмалыҡтары билдәләнә. Индивидуаль ижади башланғыстың нигеҙендә ятҡан башҡорт әҙәби фекеренең 20-се быуат башына тиклем үҫеш үҙенсәлектәре төрлө осор авторҙар әҫәрҙәре миҫалында асыҡлана.
Китап ғилми хеҙмәткәрҙәргә, педагогтарға, студенттарға, ғөмүмән, яҙыусыларға һәм әҙәби ижад менән ҡыҙыҡһынған күп һанлы китап уҡыусыларына тәғәйенләнә.

Китап ғилми хеҙмәткәрҙәргә, педагогтарға, студенттарға, ғөмүмән, яҙыусыларға һәм әҙәби ижад менән ҡыҙыҡһынған күп һанлы китап уҡыусыларға тәғәйенләнә.