«Сөмбөлә» фольклор байрамы.
Арҡайым ҡасабаһының моделле китапханаһының 7-се филиалы һәм «Илһам» клубы ағинәйҙәре менән берлектә «Сөмбөлә» фольклор байрамы үтте. Сараның маҡсаты – халҡыбыҙҙа милли мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, милли байрамдарыбыҙҙы тергеҙеү, үҙ көсөбөҙ менән үҫтергән экологик яҡтан таҙа ризыҡ менән туҡланыу.
Сөмбөлә – әбейҙәр сыуағы ваҡытында үткәрелә торған көҙгө байрам. Көҙ яҡынлашһа, кешеләр Сөмбөлә байрамына әҙерләнә башлаған. Элек уңыш байрамында күбеһенсә ир-егеттәр ҡатнашҡан. Улар ҡырға сығып, ҙур байрам ойошторған, ат сабыштары уҙғарылған, батырҙар билдәрен көрәштә һынаған. Ҡорбан итеп йылҡы, һыйыр малын салғандар, оло инәй-олатайҙарҙан фатиха алғандар, Ер-әсәгә уңыш өсөн рәхмәт әйткәндәр. Тора-бара был йола ярайһы уҡ үҙгәрештәр кисергән, байрамда ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр генә ҡатнаша башлаған.
Байрамға төрлө ҡамыр аштарынан, йәшелсә-емештән, ғөмүмән, көҙгө муллыҡтан торған күргәҙмә әҙерләнде. Байрамда ҡатнашыусылар уңыш йыйыу уйындарында етеҙлектә көс һынашты, йомаҡтарға яуап та эҙләне, мәҡәлдәр ҙә йыйҙы, ҡапма – ҡаршы таҡмаҡ әйтешеп, йырлап күңел астылар.
«Илһам» клубы ағинәйҙәре йортобоҙға, илебеҙгә именлек, бәрәкәт, киләһе йылдарҙың да мул уңышлы булыуын теләнеләр.