6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа
город Сибай Республики Башкортостан
Модельная библиотека – филиал № 7
logo

«Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең ынйыһы»

25.10.2024

       24 октябрь Арҡайым ҡасабаһының моделле китапханаһының 7-се филиалында Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыллығына, уның ижадына арналған «Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең ынйыһы» тигән әҙәби-музыкаль кисә үтте.
«Илһам» клубы ағзалары менән халыҡ шағирының тормошо һәм ижад юлына байҡау яһағас, уның хаҡында замандаштарыбыҙҙың, республикабыҙ­ҙың күренекле вәкилдәренең әйткән һүҙҙәрен дә миҫалға килтерҙек.
     «Донъяла бер көс бар — ул йыр. Йыр кешеләге бөтә тойғоларҙы үҙ эсенә ала һәм уларҙы үҙ ихтыярына буйһондора»,-тип яҙа шағир. М.Кәрим күп шиғырҙарын үҙе үк йыр тип атай. Кисәлә Мостай Кәримдең шиғырҙарына яҙылған йырҙар башҡарылды. Сара бөйөк әҙиптең әҙәби мираҫы аша күңелдәрҙә илһөйәрлек, кешелеклелек тойғолары, матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү маҡсатынан ойошторолдо.