“Ғүмерҙәрҙең алтын миҙгеле”.
Илебеҙ буйынса 1 октябрҙә Өлкәндәр көнө билдәләп үтелә.
Өлкәндәр – донъя тотҡаһы, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге, тиҙәр. Алтын көҙҙөң иң матур мәлендә Арҡайым ҡасабаһының моделле китапханаһының 7-се филиалында “Ғүмерҙәрҙең алтын миҙгеле” исемле самауыр артында осрашыу үтте.
Барлыҡ йыйылыусыларҙы Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Гөлнара Юлай ҡыҙы Иҙрисова сәләмләне:
– Ҡояшлы көндәр, аяҙ күктәр, рух ныҡлығы һәм күңел көрлөгө теләйбеҙ!!! Тормошобоҙҙа ошондай йырлы-моңло осрашыуҙар күберәк булһын, өлкән йәштәгеләрҙең күбеһе аралашыуға мохтаж, алдағы көндәрҙә лә берҙәм булып ҡалығыҙ, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, бергә-бергә йәшәргә насип итһен!,- тине ул, үҙенең сығышында.
Сәй табыны артында һөйләшеүҙәр, аралашыуҙар йыр-моң менән үрелеп барҙы. Сәстәренә сал төшһә лә, майлайҙарына тәрән һырҙар ятһа ла, күңелдәре менән һаман йәш булған апайҙар үҙҙәре лә йыр йырланы.
Шуныһы ҡыуаныслы – был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Бер утырыу үҙе бер ғүмер, тип ололар бит юҡҡа әйтмәгән. Бер осорашып серҙәр бүлешеү, был ғәҙәттәр киләсәктә лә дауам итер.