6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа
город Сибай Республики Башкортостан
Модельная библиотека – филиал № 7
logo

«Яулыҡ байрамы»

05.12.2024

Арҡайым ҡасабаһының моделле китапханаһының 7-се филиалында «Илһам» клубы ағинәйҙәре менән «Яулыҡ байрамы» үтте. Нисә быуат элек ҡатын-ҡыҙҙар, ярлы крәҫтиән, йә бай ҡатындары берҙәй үк яулыҡ йөрөткәндәр. Яулыҡ – ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ ҡына түгел, тыйнаҡлыҡ, бөхтәлек, баҫалҡылыҡ өҫтәй. Ул – башҡорттарҙа киң таралған баш кейеме. Уның төрҙәре лә, атамалары ла бихисап. Ойошторолған күргәҙмәлә тарихҡа бай яулыҡтар тәҡдим ителгәйне. Улар әсәй-өләсәйҙәр, ҡәйнәләренән ҡалған зиннәтле ҡомартҡы итеп һандыҡ төптәрендә һаҡлаған боронғо яулыҡтарын алып килгәндәр һәм күҙ ҡараһындай һаҡлаған боронғо яулыҡтарының тарихы менән таныштырҙылар. Күргәҙмәлә француз яулығынан алып, замансаларына тиклем өлгө күрергә мөмкин ине. Сараның төп маҡсаты – яулыҡ бәйләүҙең мөһимлеген һәм әһәмиәтен иҫкә төшөрөү.
Байрамға йыйылған ағинәйҙәр ошо яулыҡтарҙы ҡыҙҙары, ейәнсәрҙәре лә ҡомартҡы итеп һаҡлар тигән ышаныста. Сөнки яулыҡ – ул баш кейеме генә түгел, мосолман ҡатын-ҡыҙының иманлылығын, тәрбиләлеген билдәләүсе, һаҡлаусы ҡалҡаны булып тора, тип иҫәпләй улар. Сара йыр-моң менән үрелеп барҙы.