«Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем…».
28.01.2025
Арҡайым ҡасабаһының моделле китапханаһының 7- се филиалында, «Илһам» клубы ағзаларының ултырышы «Шәл бәйләнем…»,-тип аталды. Маҡсат – традицион милли художество кәсептәре – башҡорт шәленә ҡыҙыҡһыныу уятыу, тәжрибә уртаҡлашыу булып торҙо.
Мода үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең башҡорт мамыҡ шәлдәре һәр ваҡыт популяр булып ҡала килә. Бөгөн мамыҡ шәлдәрҙе күп осратырға була. Башҡорт дебет шәле — биҙәү-ғәмәли сәнғәтенең бер тармағы. Был кәсеп бигерәк тә Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнсығыш яғында (Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондары) киң таралған. Шәл бәйләү кәсебе башҡорттар араһында боронғо булыуын билдәле этнограф, “Башҡорттар” монографияһы авторы С. И. Руденконың Көньяҡ Уралда сәйәхәте ваҡытында ҡулдан бәйләнгән, һуғылған дебет шәлдәрҙе һәм ҙур дебет шарфтарҙы табыуы дәлилләй. Бер нисәһен ул Петербургтағы Рус этнографик музей фондына тапшыра. С.И. Руденко, XIX быуаттың икенсе яртыһында башҡорттар дебет шәлдәре бәйләп кәсеп иткән, тип яҙа.