6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа
город Сибай Республики Башкортостан
Модельная библиотека – филиал № 7
logo

Интеллектуаль уйын «Туған телем- әсәм теле».

21.02.2025

21 февралдә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Телгә һөйөү нигеҙе ғаиләлә һалына. Балалар баҡсаһы – бәләкәстәрҙең шат тауыштары яңғырап торған ғәҙәти булмаған мөхиттәге мөғжизәле донья. Балалар баҡсаһында үткән саралар балаларҙың туған телен өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ҡыҙыҡһыныуын уятырға, үҙ халҡының мәҙәниәтенә һәм йолаларына, шулай уҡ башҡа халыҡтарға хөрмәт тәрбиәләргә мөмкинлек бирә.
Моделле китапханаһының 7-се филиалы «Арҡайым» балалар баҡсаһының өлкән төркөмө тәрбиәленеүселәре менән Бөтә донъя туған телдәр көнөнә арналған «Туған телем- әсәм теле» тигән интеллектуаль уйын үткәрҙе. Балалар менән йырҙар йырланыҡ, йомаҡтар систек, төрлө милләт халыҡтарының хәрәкәтле уйындарын уйнаныҡ.Туған телебеҙ хаҡында фекер алышып, оҫта һөйләргә ынтылыш тәрбиәләнек.
Балалар өсөн китап күргәҙмәһе ойошторолдо, унда төрлө милләт халыҡтары әкиәттәре менән танышырға мөмкин ине.

Телебеҙҙе, илебеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн һәр беребеҙ туған телебеҙҙә һөйләшәйек, уны ҙурлайыҡ, киләсәк быуындарға еткерәйек!
Телебеҙҙе, уның матурлығын, байлығын, нәфислеген һаҡлап ҡалайыҡ!

#ҡоролтай
#БашҡортТеле
#курултай
#ДеньРодногоЯзыка
#ТуғанТелКөнө
#Сибай
#культурасибай
#БиблиотекиСибая
#п_Аркаим