«Дан һиңә, дан, Рәсәй һалдаты!»
Тарих ҡабатлана, тиҙәр, был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә беҙ бөгөн шаһитбыҙ. Әлеге көн геройы кем, тип һораһалар, әлбиттә, һалдаттар. Беҙ уларҙың батырлыҡтары менән ғорурланабыҙ. Һалдат хеҙмәте бик ауыр һәм яуаплы, «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә үҙ ғүмерен аямай, беҙҙең тыныс тормошобоҙҙо һаҡлай.
27 февраль Арҡайым ҡасабаһының Моделле китапханаһының 7- се филиалында Ватанды һаҡлаусылар йылына, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналған «Дан һиңә, дан, Рәсәй һалдаты!» тип аталған әҙәби-музыкаль кисә үтте. Һәр быуындың үҙ һуғышы бар: Бөйөк Ватан һуғышы, Афғанстан, Чечня, Украиналағы махсус хәрби операция …бөтә был һуғыштар беҙҙең йөрәктәрҙә ауыр эҙ ҡалдырған. Ваҡыт үтеү менән әһәмиәте юғалмаған, яңынан-яңы һығымталар яһауға килтергән тарихи ваҡиғалар бар. «Илһам» клубы ағинәйҙәре менән яуҙа ҡалған яугирҙарыбыҙҙы иҫкә алдыҡ, хәҙерге көндә үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәгәндәргә дан йырланыҡ.