6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа
город Сибай Республики Башкортостан
Модельная библиотека – филиал № 7
logo

Яңы китап – һәр саҡ ҡыуаныс.

11.03.2025

Яңы китаптар – уҡыусылар өсөн һәр ваҡыт байрам. Яңы китапты ҡулға алыу, уны тәүге асыусы булыу бик ҡыуаныслы. Китаптар ярҙамында тормош сағыуыраҡ, байыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ була бара. Арҡайым ҡасабаһының моделле китапханаһының 7-се филиалында ла яңы китаптар урын алды.

Шәйбәков, Ринат Гәрәй улы

Хашим : повестар / Ринат Шәйбәков

Өфө : Китап, 2024. – 224.

Содержание : Хашим ; Тау йылғаһы ярһыу аға : повести

ISBN  978-5-295-08100-2

Ринат Шәйбәков «Хашим» исемле повесында ауылдашы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Сәғиҙә Мөхәмәтдинованың атаһы – Хашимдың яҙмышын һүрәтләй. «Тау йылғаһы ярһыу аға» әҫәрендә һалсыларҙың һуғыштан һуңғы тормошо, яу юлдарында тыуған үкенесле мөхәббәт тарихы, геройҙарҙың ҡатмарлы йәшәү рәүеше аша халҡыбыҙҙың тарихи яҙмышы сағыла.

 

Биҙәктәр: шиғырҙар,хикәйәләр / Рима Арыҫланова, Нәзирә Ишҡолова, Гөлдәриә Йосопова [һ. б.] ; төҙөүсеһе Э. М. Ниғмәтуллина

Өфө: Китап, 2024 – 365, [3] б. : рәс., портр.

Содержание: Бала сағым йондоҙҙары ; и др.: стихи / Рима Арыҫланова. Йырланыр йыр ; и др.: стихи / Нәзирә Ишҡолова. Миҙгелдәрҙән артылып ; и др.: стихи  / Гөлдәриә Йосопова. Күк күгәрсенкәйем бар минең ; и др.: стихи / Рәзилә Ҡотлогилдина. Атыңа рәхмәт әйт: рассказ ; Күңелем миҙгелдәре ; и др.: стихи / Мирсәйет Ҡылысов. Ҡурайлы Ҡаҫмартым ; и др.: стихи / Харис Теләмов. Тылсым һүҙе ; и др.: стихи / Сәфинә Хәкимова

Был йыйынтыҡҡа төрлө өлкәлә эшләп ижад иткән авторҙарыбыҙҙың ғәзиз тыуған яҡ, ҡатмарлы заман, шәхес яҙмышы, мөхәббәт, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ темаларын яҡтыртҡан әҫәрҙәре тупланды.

 

Тапаҡов, Хәйҙәр Ниғмәт улы

Йәшлеккә ҡайтыу : повестар, хикәйәләр / Хәйҙәр Тапаҡов.

Өфө: Китап, 2024 – 396, [3] б. : рәс., портр.

Содержание: Хөкөм ; Ҡәһәрле көндәр ; Туй дауам итә ; и др.: повести ; Кәләш әйттергәндә ; Ҡунаҡ ашы ; Мунса ; и др.: рассказы

Был китапҡа яҙыусының һуңғы йылдарҙа яҙған әҫәрҙәре ингән. Улар халыҡсан, мауыҡтырғыс тел менән яҙылған. Автор тәбиғәт күренештәрен, кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәрҙе ентекле тасуирлай, оҫта итеп һүрәтләй, повестарҙағы, хикәйәләрҙәге образдар баҙыҡ, уларҙв беҙ яңы быуат кешеһенең уй-хыялдарын, ынтылыштарын күрәбеҙ.

 

Кәрим, Мостай

 Ғаләмдең дүрт тарафы : шиғырҙар / Мостай Кәрим ; төҙөүсеһе З. Ш. Ҡарабаева 

Өфө: Китап, 2024.- 197 [1] б. : рәс. – (Әҙәби мираҫ).

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең барлыҡ ижады аша Кеше яҙмышын яҙыу үҙәк тема булып үтә. «Әҙәби мираҫ» серияһында донъя күргән был китабына ингән шиғырҙарында ла кеше булмышын, күңел матурлығын һәм рух батырлығын данлауға тоғролоҡ һаҡлай.