Кескәйҙәр, һеҙҙең өсөн!

Салимов, Н.Б. Бәхетстан (Счастливый край) : шиғырҙар.
Әкиәттәр. Йомаҡтар / Нияз Сәлимов. – . – Өфө : Китап. 2024.
– 120 бит.
Йәш дуҫтарыбыҙ, Нияз Сәлимовтың «Бәхетстан» тип исемләнгән китабы менән таныштырабыҙ. Шуны әйтергә кәрәк: шағир тыуған Башҡортостаныбыҙҙы, өр-яңы һүҙ ҡулланып, Бәхетстан тип атай. Китап асылда республикабыҙ тураһында бай йөкмәткеле энциклопедияны хәтерләтә. Уны башланғыс синыф уҡыусылары һәм балалар баҡсаларының өлкән төркөмдәрендә тәрбиәләнеүселәр өсөн уҡыу әсбабы итеп тә ҡулланып була. Нияз бабайығыҙҙың гүзәл Башҡортостаныбыҙға арналған шиғырҙарын уҡып ҡына ла республикабыҙҙың йөҙөн билдәләгән күренештәр, ваҡиғалар менән танышырға була. Был шиғырҙар тыуған республикабыҙға ҡарата оло һөйөү менән һуғарылған. Уларҙы иҫтә ҡалдырыуы еңел, ә үҙҙәре тыуған яғыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо уята, уны ҡәҙерләргә, туған телебеҙҙе һаҡларға һәм үҫтерергә саҡыра.
«Ошо тормош дәреслеген үҙ аллы уҡып сыҡһаң, аң-зиһенеңде шаҡтай байытырһың», — тип мөрәжәғәт итә автор кескәй дуҫтарына.