«Ғаилә тураһында китаптар»
15 май – Халыҡ-ара Ғаилә көнө. Был байрам 1993 йылдан башлап билдәләнә.
Халҡыбыҙҙа борон-борондан ғаилә иң төп ҡиммәттәрҙең береһе һаналған. Тормоштоң ниндәй генә хәлдәрендә лә яҡындарыбыҙға һыйынабыҙ, уларҙан аңлау, аяу, йылы һүҙҙәр көтәбеҙ. Ошо уңайҙан ҡәҙерле китап уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙең ихтибарығыҙға ғаилә темаһына арналған китап күргәҙмәһе тәҡдим итәбеҙ. Был китаптарҙа ғаиләнең йәмғиәттәге роле, ғаилә ҡанундарын, айырыуса бала күңеле, өлкәндәрҙең бала менән мөғәләмәһе, бала һәм ата-әсә араһында һаҡланырға тейешле йылылыҡ һәм бер-береңә ихтирам, тәрбиә һәм әхлаҡ нормалары тураһында, йәш ғаиләгә нәсихәттәр, кәңәштәр бирелә , ҡыҙыҡлы яҙмыштар, ҡабатланмаҫ характерҙар асыла. Халыҡсан бай тел менән яҙылған һәр китап уҡымлы, уҡыусыны уйландырырға, һығымталар яһарға мәжбүр итә.
Китап — ул хазина. Ошо хазинаны һаҡлайыҡ, уның менән дуҫ булайыҡ. Ғаилә менән китап уҡыу йолаларын ғаилә тәрбиәһе итеп алайыҡ!