“Урал батыр”ға арналған көн булдырылды!
10.06.2025
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров “Урал батыр” эпосы көнөн булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы, ул йыл да 8 июндә билдәләнә.
“Урал батыр”ҙа – халҡыбыҙҙың асылы”, – тине ул. Эпос көнө мәҙәни йолаларыбыҙҙың мөһим өлөшөнә әйләнер, тигән ышаныс белдерҙе.
Арҡайым ҡасабаһының Моделле китапханаһының 7- се филиалында “Урал батыр” эпосына арналған “Башҡортостандың бер мөғжизәһе” тигән әҙәби сара үтте. Сарала ҡатнашыусыларға эпос тураһында тулы мәғлүмәт бирелде һәм китапханала булған әҙәбиәт менән таныштырылды. Ғәрифуллин Фаяз (кл.етәксеһе Ҡолбаева Г.Һ.), Юлдыбаева Илиә (кл.етәксеһе Мамбетҡолова З.М) “Урал батыр” эпосынан өҙөктө тиҫтерҙәренә яттан һөйләп ишеттерҙеләр .