«Яңы китап менән танышабыҙ»
Сөләймәнов Ғ.З. Башҡорт халыҡ көйҙәренең тарихы – ӨФӨ: «Самрау» нәшриәте, 2023 – 176 бит.
Борон ҡурайсылар бөтә йырҙарҙы, уның тарихын һәм риүәйәттәрен белергә һәм шуларҙы уйнар алдынан халыҡҡа еткерә алырға тейеш булған. Ә бөгөнгө күҙлектән сығып ҡарағанда, ҡурайсы – ул композитор, фольклорсы һәм ижад итеүсе шәхес. Тап ҡурайсылар, үҙҙәренең халыҡҡа һөйөүен еткереп, быуындан-быуынға белемдәрен, таланттарын күсерә килеп, халыҡ йырҙарын, риүәйәт һәм эпостарҙы һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерә.
Билдәле башҡорт ҡурайсыһы, йырсы, актер Башҡорт АССР- ының халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙан мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класына нигеҙ һалыусы Сөләймәнов Ғата Зөлҡәфил улының 1947 йылда әҙерләгән «Башҡорт халыҡ көйҙәре тарихы» йыйынтығы. Автор үҙе яҙып алған йыр-көй тарихы менән таныштыра.
Китап студенттарға, аспиранттарға, шулай уҡ әҙәбиәт, фольклор һәм мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнә.