6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа
город Сибай Республики Башкортостан
Модельная библиотека – филиал № 7
logo

“Күк Ирәндек ғорурлығы”

02.07.2025

Башҡортостандың халыҡ шағиры, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаевтың тыуыуына 95 йыл.

АБДУЛХАҠ ИГЕБАЕВ (Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев) 1930 йылдың 2 июлендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Йәшләй етем ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1946—1950 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, «Ҡыҙыл таң», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәре һәм «Ағиҙел» журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
1969—1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курсты тамамлап ҡайта. 1971 йылдан 1990 йылға ҡәҙәр «Ағиҙел» журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара.
Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙары республика матбуғатында 1948—1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай. Ә беренсе китабы- «Йәшлек йыры» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Шунан бирле авторҙың Өфө, Ҡазан һәм Мәскәү нәшриәттәрендә башҡорт, татар, рус телдәрендә утыҙҙан артыҡ китабы донъя күрҙе.
Абдулхаҡ Игебаев оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 2016 йылдың 27 сентябрендә Өфөлә вафат булды.

Абдулхаҡ Игебаев- нигеҙҙә лирик шағир, кешеләрҙе изгелеккә, яҡты күңелелеккә әйҙәй. Аяҡтары уның ерҙә, күҙе – кешеләрҙә, күңеле- донья ғәмендә. Ул халыҡ яҙмышы хаҡында тәрән уйлана, ил

хәстәре, ил ғәмдәре менән янып йәшәй, заман менән бергә һулыш ала. Шулай уҡ, шағир күп һанлы шиғри циклдарҙың, ҙур күләмле лиро- эпик, патетик, лирик поэмаларҙың, шулай уҡ уйланыуҙар, борсолоуҙар, хәүеф-хифалар менән һуғарылған ҡобайырҙың авторы.
Шағирҙың китаптары, ижады менән яҡыныраҡ Арҡайым ҡасабаһының моделле китапханаһының 7- се филиалында танышырға була.

#БиблиотекиСибая
#Сибайкультура
#писателиюбиляры