«Ҡурай моңо — халҡым тарихында»
Ҡурай – башҡорт халҡының әләме, ораны, ҡеүәте, башҡорт халҡының йәне. «Ҡурай — халҡыбыҙҙың музыка ҡоралы ғына түгел, быуаттарҙан-быуаттарға тапшырылған музыкаль символы, халыҡтың рухы, көсө һәм йәне,»-тине республикабыҙҙың Башлығы Радий Хәбиров һәм уның указына ярашлы 10 октябрь Башҡорт ҡурайы көнө тип иғлан ителде. Байрамдың маҡсаты — башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурайҙы һаҡлау һәм популярлаштырыу.
Шул айҡанлы Арҡайым ҡасабаһының моделле китапханаһының 7- се филиалында уҡыусылар өсөн «Ҡурай моңо — халҡым тарихында» исемле сара үткәрелде. Сарала ҡатнашыусылар башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡасан, нисек барлыҡҡа килгәне, нисек эшләнеүе тураһында видеояҙма ҡаранылар. Артабан викторинала ҡатнашып, Башҡортостан, уның иҫтәлекле урындары, географик атамалары, арҙаҡлы шәхестәренә, йыр – моңона, әҙәби мираҫына ҡағылышлы һорауҙарға яуап эҙләне. Сара барышында республикабыҙҙың һәм ҡалабыҙҙың билдәле ҡурайсылары менән танышып үттеләр.
Шулай итеп, республикабыҙҙың ете мөғжизәһенә ингән ҡурай – Башҡортостандың иң аҫыл ҡомартҡыларының береһе ул. Был музыка ҡоралы халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәте, ҙур тарихы менән бәйләнгән.