«Бейеү – ул халыҡтың күңеле»
Быйыл Башҡортостанда тәүге тапҡыр милли бейеү көнө билдәләнде.
Был дата осраҡлы ғына һайланмаған. 21 октябрь – күренекле хореограф Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө.
Милли бейеү – ул халыҡтың хис-тойғоларын һәм тарихын еткереү ысулы. Ул кешеләрҙе, йәшенә һәм социаль статусына ҡарамай, берләштерә. Бейеүҙәр үҙенсәлекле йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалырға һәм киләсәк быуындарға тапшырырға ярҙам итә. Башҡорт профессиональ хореографияһының нигеҙен булдырыусы Фәйзи Ғәскәров ошо ябай ғына хәҡиҡәтте аңлауы менән дә бәхетле ижадсы булғандыр, моғайын.
Ошо матур дата уңайынан беҙҙең Арҡайм ҡасабаһының моделле китапханаһының 7-се филиалында “Бейеү- ул халыҡтың күңеле” тип аталған мауыҡтырғыс дәрес үтте. Балалар Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуындағы «Ете ҡыҙ», «Заһиҙә», «Гөлнәзирә» бейеүҙәре һәм уларҙың тарихы менән танышты. Башҡорт бейеүенең матурлығын, бай йөкмәткеле булыуын тамашасыға асып биреүсе, исемдәре республикала ғына түгел башҡа илдәрҙә лә яңғыраған йондоҙҙарыбыҙ- Зөлфиә Ҡудашева, Рәшиҙә Туйсина, Риф Ғәбитов тураһында ла һөйләшеү ҡоролдо.
Сарала ҡатнашыусылар күңел күтәренкелеге , дәрт һәм рухи аҙыҡ алып ҡайттылар.
Милли бейеү көнөнөң республиканың мәҙәни байлығын һаҡлау һәм арттырыу эшендә тағы бер мөһим аҙым буласағына шик юҡ.