Яугирҙәребеҙ өсөн – окоп шәмдәре
Арҡайым ҡасабаһының моделле китапханаһында окоп шәмдәре эшләү буйынса патриотик акцияһы үтте. Шәмдәр эшләүгә иң ҙур өлөштө Зәйнуллина Альбина Рфаель ҡыҙы индерҙе, ул 50 дана тимер банка һәм 10 кг парафин һатып алды. Шулай уҡ Арҡайым ҡасабаһы халҡы араһында бындай һауыттарҙы йыйыу иғлан ителде, ә һуңынан теләгән һәр кем өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеү маҡсатында китапханала егерменән ашыу кеше йыйылды. Акцияла уҡыусылар, йәштәр, “Илһам” клубының әүҙем инәйҙәре һәм ололар ҡатнашты.
Беҙҙең ҡулдар менән эшләнгән окоп шәмдәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәр өсөн яҡтылыҡ сығанағы ғына булып ҡалмаҫ, ә уларҙың йөрәктәрен йылытыр, беҙ улар менән ғорурланыуыбыҙҙы, уларҙы хуплауыбыҙҙы һәм бик көтөүебеҙҙе иҫкә төшөрөр тип ышанабыҙ!
Акцияла ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәтлебеҙ.