6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа
город Сибай Республики Башкортостан
Модельная библиотека – филиал № 7
logo

Маскировка селтәрҙәре яугирҙәребеҙҙе һаҡлаһын!

17.12.2025

    Яугирҙар һораған әйберҙәр араһында маскировка селтәрҙәре төп урынды алып тороуына аптырарға түгел – улар хәрбиҙәргә, ҡоралдарға, хәрби техникаға урындағы ерлектә маскировка өсөн үтә лә кәрәк әйбер. Был маскировка селтәрҙәре тура мәғәнәһендә яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлауға булышлыҡ итеү сараһы ла.
    Арҡайым ҡасабаһының моделле китапханаһының 7- се филиалында махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға ярҙам хөрмәтенән маскировка селтәре үрергә мөмкинселек бар!
    Егеттәребеҙ генә иҫән-һау булһын һәм тыуған яҡтың мәртәбәһе булып тиҙерәк, еңеү менән әйләнеп ҡайтһындар ине.🙏🙏🙏

Бер, ике, өс… күптәр… етәр инде!
Ялбарып та һинән һорайым.
Йәшләй генә беҙҙең егеттәрҙе,
Үҙ яныңа алма, Хоҙайым…
Күпме әсә бөгөн улын көтә?
Ҡатындары көтә ирҙәрен.
Ҡалғандары, зинһар, тере көйө

Ҡайтып күрһен тыуған ерҙәрен.
Ҡара ҡағыҙ менән илем тулды,
Күҙ йәштәре быуа алҡымды.
Ҡырғын төшкән кеүек, бөтмәҫ һуғыш,
Йәлләмәйсә ҡыра халҡымды.
Ҡөҙрәтеңдән килһә, егеттәрҙең,
Яҡынайт, һин, ҡайтыр юлдарын.
Сабыр ғына көткән әсәләре,
Көтөп алһын ғәзиз улдарын…
М. Мәғәсүмов.

#ГодЗащитникаОтечества#Благодарность #Поддержка #Единство #ВместеСильнее #Победа
#культурасибай #модельнаябиблиотекафилиал7 #СВО
#МБУКСибайскаяЦБС
#ГодПобедыИПатриотизма
#деньГероевОтечества