6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа
город Сибай Республики Башкортостан
Модельная библиотека – филиал № 7
logo

“Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле, башҡорт теле”

15.12.2025

14-се декабрь көнө бөйөк мәғрифәтсе – шағирыбыҙ М.Аҡмулланың тыуған көнө, башҡорт теле көнө айҡанлы моделле китапхананың 7- се филиалында “Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле, башҡорт теле” исемле сара үтте. Сара Башҡорт теле көнөнөң ҡасан һәм ни өсөн барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләшеүҙән башланды.

Тел өйрәнеү өсөн өҫтәл уйыны – киң таралған һәм отошло алым. Уйын ярҙамында һәр кемде телде өйрәнеүгә йәлеп итергә мөмкин. Беренсенән бындай уйындар башҡорт телен өйрәтеүҙә, уларҙың телмәр байлығын артырыуҙа ҙур ярҙамсы. Икенсенән, милли мөхит, мәҙәниәтебеҙ менән таныштыра һәм йәнле аралашыу ҙа ул. Һорауҙар һәм уйындар менән үрелеп барған сара ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтте. Балаларҙың башҡорт телен яҡшы белеүе, әүҙемлеге, ихласлығы, телгә битараф булмауҙары ҡыуандырҙы.