Хөрмәтле китап уҡыусыларыбыҙ!
Элек-электән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына тыйнаҡлыҡ, сабырлыҡ хас, ниндәй генә хәлдәргә тарымаһын, ул ауырлыҡтар алдында ҡойолоп төшмәгән, ғорур, тәүәккәл, ҡыйыу йөрәкле булып ҡала, тормоштағы һәр нәмәнән йәм һәм тәм табып йәшәргә ынтыла, унда иң беренсе Әсәлек тойғоһо көслө, аҙаҡҡы һулышына тиклем ул көслө рухлы булып, идеяларына тоғро ҡала.
Талха Ғиниәтуллин повесть һәм хикәйәләрендә ҡатын-ҡыҙҙарҙы айырым бер ихтирам менән һүрәтләй. Бөтөн ғүмерен һөйгән кешеһен ҡарауға бағышлаған (“Шәмсетдин менән Шәмсура”), ирен тормош төпкөлөнә төшөүҙән, рухи һәләкәттән йолоп ҡалырға ынтылған (“Кисеү”), һуғыш ҡазалары арҡаһында ирһеҙ, балаһыҙ, япа-яңғыҙ ғүмер кисерһә лә, рух бөйөклөгөн һаҡлаған (“Йыр”, “Ҡапҡа”), йәш көйөнсә тотош звено менән етәкселек иткән, ас килеш сәсеү эшен еренә еткереп башҡарған (“Ҡара баҫыу”), ғүмере һүнеп барған яралы фронтовик улын үлемдән йолоп ҡалған (“Мәтрүшкә еҫе”), сабыйын һаҡлап ҡалыр өсөн йәнтәслим көрәшкән (“Әсә һәм бала”) ҡатын-ҡыҙ образдары оло һөйөү менән һүрәтләй. Автор ҡатын-ҡыҙҙың көндәлек тормошта күҙгә бик салынып та бармаған сифаттарын оҫта тотоп ала, уларҙың тормош тотҡаһы икәнлегенә айырыуса баҫым яһай.
Башҡорт халҡының талантлы улы, фронтовик әҙип, ысын художник, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Йомабай улы Ғиниәтуллиндың китаптарын Арҡайым ҡасабаһының Моделле китапханаһының 7-се филиалынан алып уҡый алаһығыҙ!
Рәхим итегеҙ!