«Тарих һәм заман: Башҡорт көсө тураһында хикәйәттәр»
Диҡҡәт Илгизәр
Д45 Башҡорт көсө : хикәйәттәр, легендалар / Илгизәр Диҡҡәт. — Өфө : Китап, 2017. —152 бит.
Китапта VIII — IX быуаттарҙа билдәле булған, беҙҙең көндәргә хикәйәт, легенда рәүешендә килеп еткән тарихи ваҡиғалар һүрәтләнә. Яҙыусы, рус ғалимы, тарихсы Лев Гумилевтың халыҡтың килеп сығышы, үҫеше, йәшәйеше тураһындағы хеҙмәттәрен өйрәнеп, милләтебеҙҙең бөгөнгө көнөнә үҙенсәлекле баһа бирә.
Авторҙан
Беҙ әле үтә ҡатмарлы, үҙенсәлекле, шул уҡ ваҡытта ифрат ҡыҙыҡлы осорҙа йәшәйбеҙ, сөнки халҡыбыҙ яҙмышының яңырыуы алдында торабыҙ. Был китабымды мин «башҡорт» һүҙенә милләт атамаһы итеп кенә түгел, ә тоғролоҡҡа, юғары маҡсатҡа, оло эштәргә әйҙәүсе оран итеп ҡараусы шәхестәребеҙгә арнайым. Һин дә, хөрмәтле уҡыусым, түбәндәге хикәйәт-легендаларҙан бынан байтаҡ быуаттар элек йәшәгән һәм көрәшкән фекерҙәштәреңде танырһың, тип ышанам.