Үткәндәр – өләсәйҙә, киләсәк – ейәнсәрҙәрҙә
Милли кейемдәр, биҙәүестәр, ҡайылған, бәйләнгән әйберҙәр моданан сыҡмай, киреһенсә, улар беҙҙең көндәлек тормошобоҙҙа йылдан-йыл күберәк урын ала бара. Шуға күрә белгәндәребеҙҙе өйрәнеп, йәш быуында милли кейемебеҙгә, биҙәүестәргә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсат булып тора.
Арҡайым ҡасабаһының Моделле китапхананың 7- се филиалында «Илһам» клубы өләсәйҙәренә һәм уларҙың ейән-ейәнсәрҙәренә Рәмилә Рафаил ҡыҙы Мөхәмәтйәнова кейемгә һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ул ябай ғына аҡ нәскийгә биҙәк төшөрөргә өйрәтте. Матур башҡорт орнаменттары төшөрөлгән, төрлө төҫлө биҙәкле килеп сыҡҡан нәскийҙәр күңел күтәренкелеген, йылыһын өҫтәне ҡатнашыусыларға. Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған сара бик күңелле үтте.
Һүрәт төшөрөү кешегә һәм, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ өсөн бик файҙалы ижад төрөлөр, ул уның һәләттәрен аса, фантазияһын байыта һәм эшләтә, шулай уҡ күңелең ял итә һәм эшләгән эшеңдән ҡәнәғәтлек тойғоһон кисерәһең. Бынан тыш, милләтебеҙгә хас тамғаларыбыҙҙы һәм башҡа милли орнаменттарҙы һүрәт итеп кейемгә төшөрөү ҙә ул йолаларыбыҙҙы һаҡлау тигән һүҙ.
Кешенең ҡулынан килмәгән эш юҡ, теләктән тыш тырышлыҡ ҡына кәрәк. Ә эштең һөҙөмтәһе яңы үрҙәр яуларға илһам бирә.