6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа
город Сибай Республики Башкортостан
Модельная библиотека – филиал № 7
logo

Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ

08.04.2026

17 апрелдә башҡорт теленән диктант яҙабыҙ. Уның текстары Рәсәй Халыҡтары берҙәмлеге йылына, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына һәм шағир, мәғрифәтсе Ғәли Сокоройҙоң 200 йыллығына арнала.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, акцияла онлайн һәм майҙансыҡтарға шәхсән барып ҡатнашырға мөмкин. Трансляция (6+) Өфө ваҡыты буйынса 11:00 сәғәттә башлана. “ЮЛДАШ” телеканалында һәм «Тамыр», «Ашҡаҙар» радиоһында, шулай уҡ сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә күрһәтеләсәк. Сарала шәхсән ҡатнашыу өсөн алдан акцияның сайтында майҙансыҡ һайларға һәм теркәлергә кәрәк. 17 апрелдә ҡатнашыусылар үҙҙәре һайлаған майҙансыҡҡа килә һәм шунда диктант яҙа.

 

Диктант бер нисә этапта уҙғарыла.

– беренсе булып 11-ҙән 11 сәғәт  25 минутҡа тиклем телде башланғыс кимәлдә белеүселәр яҙа;

– артабан 11:30-ҙан 12 сәғәткә тиклем башҡорт телен иркен белеүселәр яҙа;

– һуңғы этап 12:05-тән 12:30-ға тиклем төньяҡ-көнбайыш диалектта үтә;

Акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала – йәш һәм йәшәү урыны буйынса сикләүҙәр юҡ.
Диктантты өйҙә лә яҙырға мөмкин. Онлайн-ҡатнашыу өсөн проекттың рәсми сайтына инеү йәки «МАКС» мессенджерында @bash_dictant_bot чат-ботын ҡулланыу етә.

Эштәр 17 апрелдә 23:59 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.