6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа
город Сибай Республики Башкортостан
Модельная библиотека – филиал № 7
logo

“Илһам” клубы диктант яҙҙы

17.04.2026

“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2026” акцияһына Арҡайым ҡасабаһының “Илһам” клубы апайҙары дәррәү ҡушылды. Быйыл диктант текстары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына, Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, шағир һәм мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға арналды.
Моделле китапхананың 7- се филиалында башҡорт теленән үҙҙебеҙҙең белемебеҙҙе тикшереп ҡарарға, Мөнир Ҡунафиндың “Беҙҙең көс” тигән башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн тәғәйенләнгән диктантты ҡурайсы, педагог, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт 
институтының Башҡорт музыкаһы факультеты деканы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Азат Миңлеғәле улы Айытҡолов етәкселегендә яҙҙыҡ.
Был текст — беҙҙең ғорурлығыбыҙ! Ул илһөйәрлеккә, батырлыҡҡа, туғанлыҡҡа ҡоролған. Диктант яҙыусылар әйтеүенсә, бында һәр һүҙ — халҡыбыҙ көсөнән. Берҙәмлек, ныҡ рух, егеттәрҙең ҡыйыулығы, ысын патриотизм — былар барыһы ла ошо текстта сағылыш тапҡан. Шуға күрә беҙ уны ғорурланып яҙҙыҡ.

#башҡорттелендәдиктант #башдиктант #башдиктант2026 #диктантпобашкирскомуязыку #башҡортсадиктантяҙам
#БиблиотекиСибая
#модельнаябиблиотекафилиал7