«Сал сәсле малай — һуғыш яралаған бала саҡ тарихы»
Сал сәсле малай : повесть / Гүзәл Ситдиҡова
Өфө : Инеш, 2024. – 94, [1] б. : рәс., портр. – (Заман ауазы).
Бөйөк Ватан һуғышы… Донбасс… Етем ҡалған бала өсөн ҡот осҡос һынауҙар башлана. Уның янында тик олатаһы ғына ҡала. Бала саҡтан айырылған, үҫмер сағында аслыҡты, өрөп торған һыуыҡты, ҡурҡыуҙы татыған малай иң ауырһынғаны — үҙ ғәйебе булмаһа ла, күңелен ҡаплаған ғәйеп тойғоһо.
Фашистар бер ғәйебе булмаған ҡыҙ баланы үлтерәләр. Шул ваҡиғаға шаһит булған малай, ҡотҡара алмаған өсөн, ғүмер буйы үҙен ғәйепләй. Ошо ҡанлы төн уның йәнен мәңгегә яралай. Туғыҙ йәшендә генә малайҙың сәстәре ағара.
Йылдар үтә. Ул олоғая, ғаилә ҡора, ижадта уңыштарға өлгәшә. Әммә бала саҡтағы йәрәхәт әле лә уны ҡаҡшата. Бер ваҡыт йәш журналистҡа үҙ сере менән уртаҡлаша. Был — бала сағында һуғыш ҡаҡшатһа ла, һынмаған, бер ваҡытта ла намыҫына хыянәт итмәгән, йәненә ят ҡайғыны үҙ ҡайғыһы итеп индергән кешенең ҡаһарманлыҡ тарихы.
Повесть — ул ябай ғына хәтирә түгел, ә әҙәби иҫтәлек, замандаштарға, киләсәк быуынға бала саҡты яҡларға, тыныслыҡты ҡәҙерләргә өндәгән әҫәр.
Әҫәр башҡорт уҡыусыһы өсөн дә, башҡа милләт вәкилдәре өсөн дә аңлайышлы, сөнки унда һуғыштың дөйөм ҡайғыһы, юғалтыуҙар, өмөт һәм аҙаҡҡы еңеү сағыла. Гүзәл Ситдиҡова бала саҡты Бөйөк Еңеү менән бергә яулаған ауыр трагедия хаҡында яҙһа ла, уның әҫәре уҡыусыға тормоштоң ҡәҙерен белергә, һәр көндө яратырға өйрәтә.
* Повесть реаль ваҡиғалар буйынса яҙылған.
Гүзәл Ситдиҡованың «Сал сәсле малай» китабын Арҡайым ҡасабаһының Моделле китапхананың 7- се филиалынан алып уҡый ала алаһығыҙ.