6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа
город Сибай Республики Башкортостан
Модельная библиотека – филиал № 7
logo

«Кәкүк сәйе» фольклор байрамы.

29.05.2024

Арҡайым ҡасабаһының моделле китапханаһының 7-се филиалы һәм «Илһам» клубы ағинәйҙәре менән берлектә «Кәкүк сәйе» фольклор байрамын үткәрҙек. Сараның маҡсаты – йәш быуынға халыҡ йолалары аша тәрбиә биреү, милли-мәҙәни үҙенсәлектәрҙе үҫтереү, башҡорт фольклоры традицияларын һаҡлау һәм тергеҙеү.
Кәкүк сәйе – борондан килгән матур йола. Ер ҡарҙан әрселеп, йәшеллеккә күмелә башлағас, тәүге кәкүк тауышы ишетелгәс, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йыйылышып туғайға сыға. Ул ғәҙәттә май айында үткәрелә.
Кәкүк – башҡорт мифологияһында изге ҡош, шулай уҡ шомло, бәләле булып һаналған, уны ризалаштырыу өсөн махсус йола – Кәкүк сәйе йолаһы үткәрелгән. Халыҡ изге тип һаналған ҡошто ризалатыу өсөн тәбиғәт ҡосағында уйын-көлкө ойошторған, сәй табыны әҙерләгән.
Байрамды асып, «Кәкүк сәйе» йолаһы хаҡында Мәзүнә Зәкир ҡыҙы Хәсәнова аңлатма бирҙе һәм байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Аш-һыу әҙер булғансы, байрам халҡыбыҙҙың милли уйындары «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йөҙөк һалыш», «Йәшерәм яулыҡ», «Алырым ҡош, бирмәм ҡош» һәм төрлө ҡыҙыҡлы ярыштар менән үрелеп барҙы. Ағинәйҙәр милли кейемдәрҙә күңелле йырҙар йырлап, дәртле бейеүҙәр бейеп байрамды биҙәнеләр. Ҡайтыр саҡта табындан ҡалған ашамлыҡтарҙы, кәкүктән илебеҙгә тыныслыҡ һорап, изге теләктәр теләп ағас аҫтында ҡалдырҙылар.