6+
Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа
город Сибай Республики Башкортостан
Модельная библиотека – филиал № 7
logo

«Легендар Урал батырҙың эҙҙәре буйлап»

25.04.2026

Һеҙҙең күбегеҙ «Урал батыр» эпосын ишеткән, уҡығандыр. Эпостар, легендалар, әкиәттәр — быуындан быуынға күсеп килгән халыҡ ижады ҡомартҡылары. Бәлки, ундағы геройҙарҙың ысын прототиптары ла булғандыр. Бер нисә йыл элек бер ғалимдың Урал батыр яҡынса 4–5 мең йыл элек йәшәгән тигән фаразын уҡығайным. Шулай уҡ Учалы районында Урал батырҙың ата-әсәһе — Йәнбирзе һәм Йәнбикә исемендәге шишмәләр табылыуы тураһында видео ла булды.

Белорет районының тау-урман араһындағы бер ерендә, бер ҡатын Башҡортостан картаһын алып, шул урынға төртөп күрһәтте: бында Урал батыр ерләнгән, тине. Бындай күрәҙәселәр киләсәкте лә, үткәнгә лә күҙ саптыра. Ҡатын Урал батырҙың бынан 5 мең йыл элек ерләнеүен әйтте. Ҡыҫҡаһы, «Назад в прошлое» (Үткәнгә ҡайтыу) кеүек.

Бәләкәй генә аҡланда ҡайһы бер ҡоролмалар эшләй башлағандар, хатта ҙур ҡәбер бурап ҡуйылған — яҡынса 10 метр оҙонлоҡта, 3 метр киңлектә. Был Урал батырҙың великан булыуын аңлатамы? Атланттар нәҫеле — башҡорттармы?

Һеҙ, дуҫтар, был хаҡта нимә уйлайһығыҙ? Берәүегеҙ шунда булдымыни? Был урын табыныу урынына әйләнерме? Сөнки хәҙер унда машиналар килеп туҡтай, ә ҡәбергә тиклем бер саҡрым самаһы йәйәү барырға тура килә. (Батыршин Мөбәрәк)

https://vk.com/wall327602446_1670